RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уның йәшәгеһе килә!

24.11.2010 Уның йәшәгеһе килә!

Уның йәшәгеһе килә!Уның йәшәгеһе килә!
Яҙмыш тигәнең ниндәй генә һынау ҡуйһа ла, әҙәм балаһы һәр саҡ көрәшергә, башына төшкән бәләне еңергә, ышанысын юғалтмаҫҡа көс таба. Был кешенең сабырлығын күрһәткән, аҡылын асҡан мөһим сифаттар. Ошо турала уйланғанда, бер йыуатыу һүҙе иҫкә төштө, имеш, Аллаһы Тәғәлә кешегә йәне күтәрә алған ҡайғыны бирә, көс тапмаҫлығынан үҙе үк аралай. Ысынлап та, шулай булһасы! Егерме ике йәшендә ҡатмарлы сиргә дусар булып, бөгөн әжәл менән ғүмер араһында көрәшкән Екатерина Хәбибуллина өсөн борсолғанда, шулай тип уйланым.
Екатерина ике йыл элек кенә кейәүгә сығып, һөйөп тә, һөйөлөп тә туймаған йәш ҡатын, әсәһе Надежда Ильинична Еремееваның күҙ төбәп торған яңғыҙ балаһы. ҡасан ғына әле ул ире Эльдар менән бала табырға, аҡса йыйып фатир алырға хыялланған. Йәштәрҙең икеһенең дә эше бар, Катя үҙе ҡала поликлиникаларының береһендә регистратурала эшләһә, ғаилә башлығы - автосервиста. ҡулы алтын иренең, автомобилдәрҙе яҡшы белә. Шулай һөйөнөп, тормошто яратып ҡына йәшәп ятҡанда... йәш ҡатындың кинәт температураһы күтәрелә, ҡотһоҙ булып эйәге шешә. Ниндәй генә дарыу эсеп ҡараһа ла, градусниктағы терегөмөш һис кенә лә түбәнәйерлек түгел.
- Тәүҙә һыуыҡ тейгәндер тип, баш ҡаланың 21-се дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегенә юлландыҡ, тип һөйләй Эльдар ҡатынының сәләмәтлеге өсөн борсолоп. Бында Катяға бәләкәй генә операция яһайҙар. Тик температура барыбер төшмәй, хатта, антибиотиктар ҙа ярҙам итмәй, хәл насарайғандан-насарая ғына. Бер нисә көндән ҡанға киңәйтелгән анализ үткәреү ҡурҡыныс сирҙе асыҡлай. ҡатында - киҫкен лейкоз... Диагноз йәштәргә аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә.
Әле Катя химия терапияһы курсы үткән. - Беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, тик ауырыуҙың хәле ауыр, ти табип-гематолог Сабир Лоҡманов.
Катяны ҡотҡарырҙай бер генә сара бар. Уға арҡа мейеһен күсереп ултыртыу талап ителә. Ә ҡатмарлы операцияны Израилдә генә уңышлы башҡаралар. Тик дауалау үтә ҡиммәт - 200 мең доллар, йәғни, алты миллион һум! Хәбибуллиндар табырлыҡ сумма түгел был. Йәшәп ятҡан фатирҙарын һатҡан хәлдә лә, ғаилә ни бары миллион ярым һум аҡса туплай ала.
- Урамда ҡалырға ла ризабыҙ, тик Катя ғына һауыҡһын ти ауырыуҙың яҡындары.
Әле химия терапияһынан һуң Катяның хәле ныҡ ауыр, туҡтауһыҙ күңеле болғана, ауыҙына тәғам ризыҡ ҡапҡыһы килмәй. ҡул-беләктәрендә бер гене имен ер юҡ, күм-күк энә эҙҙәре менән ҡапланған.
Табиптар фекеренсә, барыһы ла пациенттың организмына бәйле. Бындай ауырыуҙар үрҙә аталған юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтмәгәндә оҙаҡ йәшәмәй. Әммә иң мөһиме Катя үҙе ауырыуға бирешергә теләмәй. Йәшәгеһе килә уның. Шуға күрә лә һуңғы өмөтөн етеш йәшәгән, кеше хәленә инә белгән изге күңеллеләргә бағлап, ярҙам итегеҙ, тип өндәшә.
Әгәр арабыҙҙа Катяға Израилгә барып дауаланырға ярҙам итеүселәр табылһа, бик яҡшы булыр ине. Хәбибуллиндар быға ихлас ышана. Бигерәк тә ойошмаларға, өмөттәре ҙур уларҙың.
Ярҙам итегеҙ!
Банк получателя: Башкирское отделение № 85980190 Сбербанка России г. Уфа
БИК Банка получателя: 048073601
ИНН Банка получателя: 7707083893
Кор.счет Банка получателя: № 30101810300000000601 в РКЦ ГУ Национального банка РБ
Получатель: Еремеева Надежда Ильинична
Расчетный счет: № 42307810906004236956
Телефоны - 8-917-427-35-30, 8-987-626-09-35.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне