13.05.2014 “Сибай буйлап атлайым”
Таусылар ҡалаһы — Сибайға киләһе йылда 60 йәш туласаҡ. Ошо матур ваҡиға айҡанлы оҙаҡ йылдар буйы төҙөүсе булған Кәбир Яҡупов авторлығында “Сибай буйлап атлайым” тигән китап донъя күрҙе. Унда ҡаланың нисек төҙөлөүе, кеше яҙмыштары, илебеҙҙә барған ваҡиғалар урын алған. Төп геройҙар – Сибай кешеләре.
Баҫмала шулай уҡ Свердловск тимер юл станцияһындағы аварияның, Әрмәнстандағы ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү, Сочиҙа Олимпия объекттарын төҙөү тураһында мәғлүмәттәр бар.