31.03.2014 БР Йәш журналисы мәктәбе үҙ эшен башлай
3 апрелдә баш ҡалала БР Йәш журналисы мәктәбенең тәүге дәресе үтәсәк. Программала белем алырға теләүселәрҙең үҙ-үҙҙәрен презентациялау, уҡыу программаһын һәм эш маҡсаттарын ҡуйыу ҡаралған.
Әлегә 175 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында Өфөнөң юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының 80 студенты ла бар. БДПУ, БДУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ һәм БДМУ-ның студент гәзиттәре журналистары ла белемдәрен камиллаштырырға ниәтләй.