28.03.2014 Һаҡ булығыҙ, Лилиә Фәтихова!
Ишеттегеҙме? Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова розыскыла, имеш! Эйе, бына әллә нисә аҙна буйы төрлө битлектәр кейгән ханымды илдең иң яҡшы оперативниктары эҙләй икән! Тик барыһы ла бушҡа ғына, нәфис һүҙгә маһир, баянда, мандолинала оҫта уйнаған, моңло йырлаған ҡатын һис тә эҙенә юлыҡтырмай, ти, тапҡыр, шаян һүҙҙәрен һөйләп, бар халыҡты көлдөрөп ҡасып йөрөүен белә.
1 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһенә Лилиәне алдаҡ юл менән саҡырып алып, тоторға уйлайҙар, баҡһаң! Ҡамауҙа уның ғаиләһе – Хәлит, Илшат, Айнур һәм Данис Фәтиховтар, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Заһир Иҫәнсурин, Азат Биксурин ҡатнаша икән. Ә үтә мөһим һәм серле хәрби операция менән Салауат Итбаев етәкселек итәсәк.
Кем дә кем, дүрт тиҫтә йыл самаһы ихахайлап-михахайлап кешенән көлгән Лилиәнең, ниһайәт, тоҙаҡҡа эләгеүен күрергә теләй – рәхәтләнеп киске сәғәт 7-лә тамаша ҡыла алаһығыҙ!
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.