28.03.2014 Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
Искәндәр гүзәл тәбиғәтле, данлы шәхестәргә бай төбәктәрҙең береһе – Белорет районында донъяға килә, тыуған еренең бар матурлығын, сафлығын һеңдереп үҫә, ҡыҫҡа ваҡытта моңло тауышы, дәртле йырҙары менән тамашасы һөйөүен яулап өлгөрә.
Бөгөн ул башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ының береһе. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Тәү тапҡыр үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында сәхнәгә сыға һәм башҡорт халыҡ йыры менән тамашасыны таң ҡалдыра. Буласаҡ йырсы Өфө сәнғәт училищеһында, дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Искәндәр Ғәзизов башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде.
Әйткәндәй, Искәндәр йыр-моң һөйөүселәрҙе яҙ ҡояшылай нур һәм илһам өләшер сағыу тамашаға саҡыра. 6 апрелдә “Юлға сығам йыр менән” тип исемләнгән концертында ижадташ дуҫтары – Алмас һәм Айҙар Юнысовтар, Фәрүәз Урманшин, Фәриҙә Ғаззалова, Резеда Әминева, Рөстәм Шаһыбалов, Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнаша. Күркәм йыр-моң байрамына башҡорт моңона, Искәндәр Ғәзизовтың ижадына битараф булмағандарҙы көтөп ҡалабыҙ.