18.03.2014 Сит илдән тауар алып, законға ҡаршы сығып ҡуймағыҙ
Күптәр Ҡытай интернет-магазиндары тураһында ишеткәне барҙыр. Был сауҙа майҙансыҡтарында бик шәп әйберҙәрҙе осһоҙ хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Өҫтәүенә посылка ебәреү өсөн почта сығымдары түләргә кәрәкмәй.
Ҡытайҙа кейем-һалымдан алып электрон әйберҙәргә тиклем алырға мөмкин. Ләкин портатив видеокамералар йәки фотоаппараттар алғанда һаҡ булығыҙ. Был гаджеттар күбеһенсә ручкаға, брелокка, сумка эсенә йәки башҡа бәләкәй әйбер эсенә урынлаштырылған һәм РФ Енәйәт кодексының 138.1 статьяһына ярашлы закондан тыш шәхси мәғлүмәт алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус техника тип һанала.
Яңыраҡ Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 29 йәшлек егет ошо статья буйынса яуапҡа тарттырылған. Ул 2013 йылдың 6 декабрендә БР буйынса Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан почта бүлексәһендә ҡулға алынған. Егет ручка эсенә урынлаштырылған видеорегистратор ебәрелгән посылканы алған булған. Бындай әйбер кешенең ризалығынан тыш аудио һәм видеояҙма алыу өсөн тәғәйенләнгән һәм уны һатып алыу Рәсәй закондарына ҡаршы сығыу тип һанала.