14.03.2014 Аферистарҙан һаҡ булайыҡ!
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 32 йәшлек ҡатын тотонолған автомобиль һатып алырға теләп, иғландар сайтын ҡараған. Уның иғтибарын ни бары 260 мең һум хаҡҡа бер йыл йөрөгән “Киа – Рио” йәлеп иткән.
Ҡатын: “Ни өсөн бындай түбән хаҡҡа һаталар икән?”, - тип шикләнһә лә, әйтелгән телефон һандарын йыйған. Уның менән һөйләшкән ир үҙенә ашығыс рәүештә аҡса кәрәклеген һәм хаҡтың дөрөҫ булыуын әйткән.
Әңгәмәселәр ике көндән осрашырға һәм машинаны тикшерергә һөйләшкән. Һатыусы бер аҙ суммала залог һораған. Ҡатын үҙенең банк иҫәбенән 5 мең һум аҡса күсергән һәм ике көндән осрашыуға килгән.
Ләкин тәғәйен урында һатыусы ла, уның автомобиле лә күренмәгән. Ир телефонын алмаған, бер аҙҙан сайттағы иғлан да юҡҡа сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта был мутлашыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара.