14.03.2014 «Эңер төшкәндә», «Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар»
Данлыҡлы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Мәҙәниәт йылы айҡанлы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында сығыш яһаясаҡ.
30 мартта Өфө халҡы иғтибарына Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар» (ҡуйыусы режиссеры – РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов) комедияһын ҡарай ала.
31 мартта билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың «Эңер төшкәндә» (ҡуйыусы режиссеры – БР-ҙың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов) драмаһы ҡуйыласаҡ.