05.03.2014 “Ер сәғәте” акцияһы тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән
29 мартта киске сәғәт 9-сы яртыла бар донъя буйынса “Ер сәғәте” исемле акция уҙасаҡ. Унда бар ерҙә лә бер сәғәткә электр утын, төрлө техниканы һүндереп торорға кәрәк буласаҡ. Был акция йыл һайын WWF Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан ойошторола һәм электр энергияһын һаҡсыл тотоноуҙы, экология проблемаларына битараф булмауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл үткәрелгән тәбиғәтте һаҡлау проекттарында ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн WWF.RU/60 сайтында Рәсәйҙең бөтөп барған биш йәнлеген – ҡар ҡапланы, Алыҫ Көнсығыш леопарды, юлбарыҫ, аҡ айыу һәм зубрҙы һаҡлау буйынса аҡса йыйыу башланды.
“Ер сәғәте” акцияһы Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда 29 мартта киске сәғәт 9-сы яртыла тамамланасаҡ. Был мәлдә унда Кремль, Василий Блаженный соборы, ГУМ һәм ҡаланың йөҙгә яҡын бинаһын яҡтыртыу һүндереләсәк.