27.02.2014 Өфөлә Паралимпия эстафетаһы нисек үтәсәк?
3 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө эстафетаны ҡабул итәсәк. Факелсылар М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янынан З.Вәлиди урамы буйлап баш ҡаланың тарихи үҙәгенә сығасаҡ. Артабан улар Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Совет, Туҡай, Зәки Вәлиди, Карл Маркс урамдары аша үтеп, Салауат Юлаев майҙанында туҡтаясаҡ. Бер көндә Паралимпия уты дүрт саҡрымдан ашыу араны үтәсәк.
Финиш урынында байрам тантанаһы ойошторолоп һәм башҡорт ырыуҙары тураһындағы легендаға нигеҙләнгән шоу ҡуйыласаҡ. Аҙаҡтан башҡорт бейеүе мәлендә дзюдо буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионаты призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Юрий Акшенцев Паралимпия утын ҡабыҙасаҡ. Әйткәндәй, ойоштороусылар ниндәй бейеү һайланғанын сер итеп тота.
Әлегә баш ҡала хеҙмәттәре әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Былтыр декабрҙә үткән Олимпия уты эстафетаһын ҡабул итеү алды һымаҡ коммуналсылар юлдарҙың таҙа булыуын тәьмин итәсәк. ЮХХДИ инспекцияһы водителдәргә үҙҙәренең автомобилдәрен башҡа урынға туҡталҡаға ҡуйырға кәрәклеген алдан белдерә башланы. Маршрутҡа ҡамасаулыҡ иткән “тимер ат”тар штраф туҡталҡаларына оҙатыласаҡ. Йәмәғәт туҡланыуы, медицина ярҙамы ла айырым график буйынса үҙ эшен башҡарасаҡ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар, кинологтар, юл хәрәкәте инспекцияһы хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүләсәк.
Урамдар эстафета мәленә ябылыу сәбәпле йәмәғәт транспорты урау юлдан йөрөйәсәк. Шуға күрә лә кешеләргә көн тәртибен алдан планлаштырырға тәҡдим ителә.