21.02.2014 Ҡиммәтле әйберҙәргә ҡыҙыҡҡан
Баймаҡ ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡыҙыу эҙҙәр буйынса 47 йәшлек бурҙы ҡулға алған. Ул Әлибаев урамында йәшәгән эшҡыуар ҡатындың фатирына төшкән һәм унан ноутбук, мобиль телефон, юлдаш ресиверын алып сыҡҡан. Артабан ул урланған әйберҙәрҙе йорттоң күрше подьезында торған таныш ҡатындың фатирына алып барған.
Эшҡыуар кискеһен эштән ҡайтҡас фатирының “таҙартылыуын” күрә. Ул полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта һәм кемдән шикләнгәне тураһында һөйләп бирә. Бер ай элек ошо уҡ йортта йәшәгән ир подъездағы электр иҫәпләгесен урларға маташҡан.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтелгән адрес буйынса барған. Унда бур ир урланған ноутбуктан фильм ҡарап, ҡиммәтле араҡы менән табышты йыуып ултырған булған.
Әлек тә урлашыуҙа ғәйепләнгән ир үҙенең ғәйебен таныған. Уға хәҙер алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.