31.01.2014 Мутлашыусылар СМС-хәбәр ебәрә
“Ғәфү итеүеҙ, мин һеҙҙең автомобилегеҙҙең буяуын сыйҙым”, “Мин яңыраҡ ҡына водитель таныҡлығы алдым, шуға ла һеҙҙең машинаны еңелсә бәрҙерҙем” - ошондайыраҡ СМС-хәбәрҙәр Рәсәйҙең күп кенә төбәгендәге автомобилселәргә килә башланы. Башҡортостанда ла бындай бер нисә осраҡ теркәлгән. Водителдәр яратҡан “тимер ат”тарының хәле нисек икән, тип ҡалтыранған ҡулдары менән СМС килгән номерға кире шылтырһа, берәү ҙә яуап бирмәгән. Бер аҙҙан уларҙың автомобилдәре имен булыуы асыҡлана, шул уҡ мәлдә телефон иҫәптәре лә тикшерһәләр, баланстары 1-2 мең һумға минусҡа төшкән.