20.01.2014 Эскелек яҡшыға алып бармай
Енәйәттәрҙең күпселеге эскелек арҡаһында барлыҡҡа килә. Был хәҡиҡәт, үкенескә күрә, көн дә яңы дәлилдәр менән иҫбатлана бара. Үткән аҙнаның шаршамбыһында Стәрлетамаҡта йәшәгән 42 йәшлек ир оҙаҡ ваҡыт спиртлы эсемлектәр менән һыйланғандан һуң, нисек итеп араҡыға аҡса табырға, тип баш вата башлай. Күршеһендә йәшәгән яңғыҙ әбейҙең фатирына төшөргә уйлай. Әйтергә кәрәк, ир быға тиклем урлашҡаны өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған.
Ир күршеһендәге фатирға инеп аҡса таптырырға тотона. “Юҡ” тигәнгә талаусы ныҡ асыулана һәм әбейҙе муйынын быуа башлай. Бер аҙҙан ир 4 мең һум аҡсаны алып сығып китә.
Енәйәтсе ике сәғәттән патруль-пост хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Ул был ваҡытҡа аҡсаның күп өлөшөнә араҡы һатып алып табын ҡороп ултырған.
Талау факты буйынса енәйәт эше асылған.