20.01.2014 Машина ишектәрен бикләп йөрөгөҙ!
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡатын үҙенең ғәмһеҙлеге арҡаһында бәләгә тарыған. 14 ғинуарҙа төндә ул үҙенең танышы менән Ҡалтасы районының Күтәрем ауылына аҙыҡ-түлек магазинына бара. Водитель үҙенең автомобилен бикләмәгән була.
Магазиндан сыҡҡас, ҡатын үҙенең юл сумкаһының юҡлығын күрә. Унда әйберҙәре һәм документтар ятҡан. Зыян күреүсе урлашыу тураһында полицияға хәбәр итә.
Ваҡиға урынына килеп еткән полиция наряды һорау алғандан һуң, бурҙы эҙләй башлай. Бер аҙҙан енәйәтсе - Күтәрем ауылында йәшәгән ир ҡулға алына. Ул магазин янына килеп туҡтаған автомобилде һәм унан ишектәрҙе бикләмәй сыҡҡан ир менән ҡатынды күҙәтеп торған. Аҙаҡтан бур машина эсенән сумканы алған һәм уны магазин артында ҡарға күмеп киткән. Ир бер аҙ ваҡыт үткәс табышы артынан килгән сағында уны хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алған.