17.01.2014 Өфөлә - буран, юлдарҙа - тығындар
Ялдарға ҡарата республикала көн торошоноң боҙолоуы күҙаллана. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға һырынты ятыуы, елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етеүе көтөлә.
Бөгөн иртәнсәк баш ҡала халҡы йәнә лә автомобиль тығындарында, тубыҡтан ҡар кисеп эш башланы. Коммуналь хеҙмәттәр тырышып эшләһә лә, тәбиғәт үҙенең ҡанундарынан ситкә тайпылмай, буранлы, ҡарлы ҡыш үҙен күрһәтә. Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов автомобилселәргә мөмкинлек булғанда шәхси автотранспортты ҡулланмаҫҡа саҡырҙы.