17.01.2014 Ҡала яны электр поездарының эшендә үҙгәрештәр
Ғинуар-февраль айҙарында Дәүләкән-Шиңгәккүл араһындағы контакт селтәрендә ремонт үткәрелеү сәбәпле, “Өфө-Раевка” ҡала яны электр поездарының йөрөү ваҡыты үҙгәрәсәк. Ул 23, 24, 27, 28, 30, 31 ғинуарҙа һәм 3, 4, 6, 7, 10, 11, 13, 14, 17, 18, 20, 21, 24, 25, 27, 28 февралдә буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән БППК сайтында танышырға мөмкин.