17.01.2014 Аферистар тоҙағында – оло кешеләр
14 ғинуарҙа Өфөлә йәшәүсе 66 йәшлек ҡатын аферистар иҫәбенә 50 мең һумға яҡын аҡса күсергән.
Кискеһен уға өй телефонына йәнәһе лә улының танышы шылтырата. Егет ҡатынға хәүефләнгән тауыш менән: “Һеҙҙең улығыҙ машинаһы менән бер ҡыҙҙы үлтергәнсе тапаны”,- тип әйткән. Артабан ул эште олоға ебәрмәҫ өсөн 30 мең һум аҡса һораған. Әсә кеше бик ныҡ ҡайғырған һәм әйтелгән иҫәпкә аҡса күсергән. Бер аҙҙан тағы ла телефон шылтырай һәм улының танышы йәнә лә аҡса һорай. Ҡатын тағы ла 20 мең һум аҡса ебәрә. Телефондан һөйләшкән кеше улығыҙға шылтыратмай тороғоҙ, ул әле был проблеманы хәл иткәс, үҙе һеҙҙең менән һөйләшер, ти.
Ҡатын иртәгеһен әйтелгән сумманы күсерә һәм йөрәге түҙмәй, улына шылтырата. Ләкин уның өйҙә йоҡлауы һәм бер ниндәй ҙә ҡыҙҙы тапатмауы мәғлүм була. Әсә кеше мутлашыусылар тоҙағына эләккән.
Ошондай икенсе осраҡта барыһы ла һәйбәт тамамлана. 85 йәшлек әбейгә, һеҙҙең ейәнегеҙ етди аварияға осраны, аҡса кәрәк, тип бер кеше шылтырата. Әбей аптырап ҡалмай, бабайына, ейәнгә шылтырат, тип әйтә. Быны ишеткән әңгәмәсе тиҙ генә трубканы һалған.
Күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн, ошондай шылтыратыуҙар алған саҡта, йәнәһе лә бәләгә ҡалған туғанығыҙға икенсе телефондан шылтыратып, хәлен белешегеҙ. Бер кемгә лә аҡса күсермәгеҙ, мутлашыусылар аҡса талай, тип полицияға хәбәр итегеҙ.