17.01.2014 Һүҙгә әүрәтеп, телефонын урлаған
Салауатта тыуып үҫкән 17 йәшлек үҫмер Нефтекама ҡалаһында ҡунаҡта булған саҡта, тирә-яҡ менән танышам, тип сығып киткән. Бер аҙҙан ул букмекерҙар контораһына килеп инә. Спорт, аттар сабышы һәм башҡа өлкәләргә үҙҙәренең аҡса ставкаһын ҡуйған, үҙ-ара бәхәсләшкән, һөйләшкән кешеләр араһында үҫмерҙең иғтибарын ҡулына бик ҡыйбатлы телефон тотҡан егет йәлеп итә.
Үҫмер тиҙ генә егет менән танышып, һөйләшеп китә һәм берҙе шылтыратам да кире бирәм, тип телефонын һорай. Бер аҙҙан ул, бында тауыш, коридорҙа һөйләшәм тип сыға.
Телефон эйәһе, был үҫмер нишләптер оҙаҡланы, тип сыҡһа, уның коридорҙа ла, тышта ла булмауын күрә.
Ә бур үҙенең табышын ярты сәғәттән күңел асыу үҙәге янында урамдан үткән иргә һата. Магазинда 30 мең һум торған гаджетҡа ул бер мең һум аҡса һорай.
Ә телефон эйәһе ваҡытын әрәм итмәй, полицияға мөрәжәғәт итә. Патруль-пост хеҙмәткәрҙәренә үҫмерҙең билдәләре ебәрелә һәм бер сәғәттән енәйәт асыҡлана. Оператив хеҙмәткәрҙәр бер тәүлектә телефондың яңы эйәһен таба һәм аппаратты законлы хужаһына кире ҡайтарып бирә.