09.01.2014 Банкоматты емереп, аҡсаһын алырға уйлаған
Яңы йыл каникулдары ял өсөн тәғәйенләнһә лә күптәр был ваҡытты эскелек, кәйеф-сафа ҡороуға арнай. Ҡырғыҙ-Миәкәлә йәшәүсе 27 йәшлек ир, оҙаҡ байрам иткәс, тағы ла араҡы алырға теләй. Ләкин аҡсаһы булмағас, ул оҙаҡ уйлап тормай, поликлиника ишеген ҡайырып асып, банкоматты емерергә ниәтләй. Был хәлгә шаһит булыусылар тиҙ арала полицияға хәбәр итә.
Ваҡиға урынына килеп еткән ЮХХДИ наряды пластмасса ишектен емерек булыуын һәм фойела урынлаштырылған банкоматты кувалда менән ватыусы ирҙе күреп ҡала. Ул ҡоролманың мониторын эшлектән сығарған, ләкин аҡса һалынған бронялы бүлеккә барып өлгөрмәй. Ир хоҡуҡ һаҡлаусыларҙе күреп ҡала һәм поликлиника бинаһында йәшенергә маташа. Талаусы артабан икенсе ҡаттағы тәҙрәнән урамға һикереп ҡасмаҡсы була, ләкин ҡулға алына.
Енәйәтсе быға тиклем дә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Һуңғы мәртәбә ул гаражда урлашҡан мәлдә тотолған.