13.11.2013 Яратҡан “һөнәрен” ташламаған
Билдәле булыуынса, урлашыу буйынса хөкөм ителгәндәрҙең күптәре был насар ғәҙәтте ташламай, иреккә сыҡҡас, кире башлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 38 йәшлек ир ҙә, быға тиклем бер нисә мәртәбә хөкөмгә тарттырылған булһа ла, фатирҙарға төшөп, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып сығыуҙы хуп күргән. Ул тик хәлле кешеләрҙең фатирҙарын һәм йорттарын һайлаған. Бур айырым схема буйынса эш итеп, үҙенең ҡара эшен тик иртәнсәк, кешеләр эшкә киткәс башҡарған. Ул ишек йоҙаҡтарына асҡыс яратҡан, бер нисә мәртәбә пластик тәҙрәләрҙе асып ингән. Артабан ул еңел, ләкин ҡиммәтле әйберҙәрҙе – алтын биҙәүестәрҙе һәм аҡсаны алып сыҡҡан.
Бур полиция хеҙмәтенең оператив төркөмө тарафынан сираттағы фатирға төшкән мәлдә тотолған. Ул йәмғеһе дүрт урлашыу факты тураһында белдергән.