06.11.2013 Телефон террорсыһы үҙ язаһын аласаҡ
Йәкшәмбелә киске сәғәт һигеҙенсе яртыла Бишбүләк ауылының полиция бүлегенең дежур часына билдәһеҙ ир шылтырата һәм шартлау буласағы тураһында әйтә. Ул ауылға багажнигына ҡорал һәм шартлатҡыс тейәлгән аҡ төҫтәге “Жигули” автомобиленең етеп килеүе тураһында хәбәр итә.
Ваҡиға урынына – юл буйына шунда уҡ бар ҡотҡарыу хеҙмәттәре йүнәлтелә. Тикшереү барышында шылтыратыуҙың ялған булыуы һәм был террор акты тураһында уҫал шаяртыу икәнлеге асыҡлана. Күп тә үтмәй, хоҡуҡ һаҡлаусылар хулигандың телефон һандарын асыҡлай. Бер аҙҙан 36 йәшлек ир ҙә ҡулға алына. Ул эскән көйөнсә, ауылдың ҡотҡарыу хеҙмәттәре нисек эшләй икәнен тикшерәм тип, бомбалы машина тураһында хәбәр иткән.
Ир ҡулға алынған, уның өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.