01.11.2013 Сумка алып ҡасҡан егет тейешле язаһын аласаҡ
Нефтекама ҡалаһының Комсомол проспектындағы бер йорттоң ихатаһы янындағы тротуарҙа көпә-көндө 28 йәшлек ҡатындың ҡулынан сумкаһын тартып алалар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене асыҡлау өсөн бар мөмкинлекте файҙалана. Улар шаһиттарҙы эҙләй, видеокүҙәтеү камералары яҙмаларын ҡарай. Һөҙөмтәлә, енәйәт урынында ике егет булыуы асыҡлана, ләкин уларҙың берәүһе генә ҡатындың сумкаһын алып ҡасҡан.
Күп тә үтмәй енәйәтсе – Краснокама районындағы бер ауылда йәшәүсе 20 йәшлек егет асыҡлана. Ул бер аҙнанан һуң Николо-Березовка ауылында ял иткән мәлендә иптәше менән ҡулға алына.
Ике дуҫ артабан хоҡуҡ һаҡлаусыларға нисек енәйәт ҡылыуҙары хаҡында һөйләп бирә. Егеттәр Нефтекамаға эш буйынса килгән. Мәктәп менән балалар баҡсаһы янынан үтеп барғанда, уларҙың берәүһе аяғы менән күләүеккә эләгә һәм аяҡ кейемен сисеп, бысраҡтан таҙарта башлай. Шул уҡ мәлдә иптәше алда китеп барған ҡатынды күреп ҡала. Егет уның янына йүгереп барып, сумкаһын тартып алып ҡаса.
Аҡса кәрәк тип уйлап кеше талаған егет артабан бер йорттоң подъезына инә һәм табышын барлай. Сумка эсендә ҡулсатыр һәм ике мең һум аҡса һалынған көшөлөк кенә була. Талаусы аҡсаны ала, сумканы сүп-сар багына ташлай, ә көшөлөктө урамда ултырған ларек ҡыйығына һалып китә.
Егет артабан автовокзалға бара һәм иптәшен осратып, барыһын да һөйләй. Ике дуҫ унан һуң кире ларекка бара һәм көшөлөктө алып уны ентеклерәк тикшерә. Улар кредит картаһын табып ала, өҫтәүенә унда ПИН-код яҙылған ҡағыҙ ҙа булған.
Ике дуҫ аҙаҡтан банкоматтан аҡса сисеп ҡарай, ләкин карта иҫәбендә аҡса бөткәнлеге асыҡлана. Егеттәр асыуланып картаны һынлырып ташлай һәм ауылға ҡайтып китә.
Әле ҡатынды талаған егет Енәйәт кодексының 164-се “Талау” статьяһы буйынса ғәйепләнә.