01.11.2013 Пистолетын ташлап та, ҡасып ҡотола алмаған
Стәрлетамаҡта йәшәгән 20 йәшлек егет бер ҡайҙа ла эшләмәүенә ҡарамаҫтан, күп ерҙә бурысҡа аҡса алған. Алынған сумманы кире ҡайтарыу мәле еткәс, ул оҙаҡ уйлап тормай, енәйәт ҡылырға хәл итә.
Дүшәмбе кисендә ул такси яллап, танышына бара һәм унан пневматик пистолет ала. Аҙаҡтан егет водителгә ҡаланың шәхси секторы янындағы заправкалау станцияһы янында туҡтарға һәм үҙен көтөргә ҡуша.
Яғыулыҡ станцияһында бер кем дә булмаған. Егет операторҙың кассаның бикләнгән тәҙрәһе артында ултырғанын күреп, тосол һатып алырға теләй. Һыуытыу шыйыҡсаһы ҙур канистр эсендә булғас, оператор касса тәҙрәһен тулыһынса аса. Шуны ғына көтөп торған егет кассир ҡатынға пистолет менән янап, аҡса таптыра.
Ләкин станция хеҙмәткәре бер ҙә баҙап ҡалмай. Ул тәҙрәне бар көсөнә үҙенә тарта һәм егеттең пистолетлы ҡулын ҡыҫа. Талаусы ҡулын тартып алып, ҡоралын ташлай һәм ҡаса.
Был ваҡиғаға шул мәлдә заправкала булған автомобиль пассажирҙары шаһит була. Улар был турала полицияға шылтыратып хәбәр итә һәм енәйәтсенең машинаһын да тасуирлап бирә.
Биш минуттан һуң ведомствонан тыш һах хеҙмәтенең ҡулға алыу төркөмө шаһиттар билдәләрен һанаған автомобилде туҡтата. Унда ултырған водитель һәм енәйәтсе ҡулға алына. Бер аҙҙан талаусы пистолетын ҡайҙа ташлағанын күрһәтә.
Әле был талау факты буйынса енәйәт эше асылған. Такси водителе шаһит булып сығыш яһай.