24.10.2013 Ҡара кейемле ирҙең сосискаларға бәйле мажаралары
Ҡайһы берендә бурҙар үҙҙәренең ҡара эшен ҡылғанда ҡулдарына нимә етте, шуны алып сығып китергә тартынмай. Яңыраҡ Октябрьский ҡалаһында 38 йәшлек ир һөнәрселек лицейы пекарняһынан 11 килограмм сосиска урларға маташҡан.
Төнгө сәғәт беренсе яртыла лицей ҡарауылсыһы тәҙрә ярылыуын ишетә һәм пекарняға бурҙар инеүен һиҙемләй. Ул шунда уҡ “хәүеф” төймәһенә баҫа һәм ваҡиға урынына ике минуттан полицияның ведомствонан тыш хеҙмәткәрҙәре килеп етә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар пекарнялағы һыуытҡыстан йәшник сығарырға маташҡан ирҙе күрә. Аҙаҡтан унда 11 килограмм сосиска булыуы асыҡлана. Ир ҡулға алына һәм уның урлашыуға ентекле әҙерләнгәне асыҡлана. Өҫтөнә ҡара джинсы салбар, куртка һәм бирсәткәләр кейгән бурҙың аяғында ла ҡара ҡата булған. Төнгө ҡараңғылыҡта күренмәҫ өсөн яҡшы маскировкаланған ир урлашыу алдынан иҫергәнсе эсергә лә онотмаған.
Ҡара кейемле бур лицей янында йәшәгән 38 йәшлек монтажсы булып сыҡҡан.