22.10.2013 Бәһлеүәндең уңышһыҙлығы ваҡытлыса булһын
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллиндың Өфө станцияһында электр поезын һөйрәйәсәге тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Кисә Эльбрус Хәмит улы, тамашасылар алдында күпме тырышһа ла, донъя рекордын ҡуя алманы.
Станцияның һигеҙенсе юлында ҡала яны хәрәкәтендә йөрөгән ЭД4М электр поезын бәһлеүән шпалдарға беркетелгән махсус баҫҡысҡа терәлеп тартты. Рекорд алдынан спортсы өҫтөнә махсус сбруй кейҙе, карабиндар һәм тростар менән баш вагонды таҡты. Ләкин, бар тырышлыҡҡа ҡарамаҫтан, 400 тоннаға яҡын ауырлыҡтағы состав урынынан ҡыбырламаны ла. Машинистар поезды алға-артҡа йөрөтөп ҡараһа ла, бынан файҙа булманы.
Эльбрус Хәмит улы күнекмәләр ваҡытында 50 килограмлыҡ ауырлыҡтағы тоҡ йөкмәп, баҫҡыстарҙан йүгереп менгән. Һынау өсөн поезд составын тартҡанда, ул уны урынынан ҡуҙғата алған. Ә кисәге уңышһыҙлыҡты баһадир тамашасылар һәм журналистар алдында ҡаушап ҡалыуы һәм көндөң дә тура килмәүе менән аңлатты.
Эльбрус Ниғмәтуллин быға тиклем йәйгеһен Силәбе ҡалаһында ете вагондан торған трамвай составын урынынан ҡуҙғатты. Уның рекордтар иҫәбенә шулай уҡ дөйөм ауырлығы 32 тонна булған ике автобус, 195 тонналыҡ Ан - 124 “Руслан” лайнерын һөйрәтеү ҙә инә.