22.10.2013 “Афарин!” тиергә генә ҡала
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы Татарстандың «Саба тулҡындары» радиоһында үҙ көсө менән бушлай аҙнаһына ярты сәғәт башҡортса тапшырыуҙар алып барыусы Рәхимә Вәлиуллинаға тауыш монтажлау программаһы, башҡорт шрифы булған компьютер һәм бик күп йыр-моң яҙылған диск бүләк итте.
Әйткәндәй, ул - Татарстанда башҡорт телендә һөйләүсе берҙән-бер радио. Уны Саба районы халҡы тыңлай ала. Журналистар шулай уҡ Татарстан башҡорттары ҡоролтайына йүкә балы, «Юлдаш» радиоһының башҡортса яҙылған сувенирҙарын алып барҙы.