RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аферистарҙан һаҡ булығыҙ

21.10.2013 Аферистарҙан һаҡ булығыҙ

Аферистарҙан һаҡ булығыҙ Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында йәшәүсе ир йәйгеһен интернеттан иғландар ҡараған сағында 2012 йылғы аҡ төҫтәге “Лада – Приора” автомобилен һатыу тураһындағы хәбәрҙе күреп ҡала. Өҫтәүенә, уның хаҡы ла ҡулайлы - 225 мең һум булған.
Ир был иғланға ҡыҙыға һәм унда күрһәтелгән кәрәҙле телефон буйынса шылтырата. Уға ҡатын кеше яуап бирә һәм үҙен Ольга Васильевна тип таныштырғас, автомобилдең Ырымбур өлкәһендә булыуын хәбәр итә. Артабан ул иргә, “Приора”ны һатырға ризамын ти, ләкин, страховка өсөн банк картаһына биш мең һум аҡса күсереүен һорай. Ҡатын, шунан һуң иғланды сайттан алам тигән.
Был тәҡдимгә ир ризалаша һәм Ольга Васильевна ебәргән банк картаһы иҫәбенә аҡса күсерә. Быны эшләгәс, ул һатыусыға кире шылтырата, ләкин абонент яуап бирмәй. Ир алданғанын аңлап ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Бер аҙҙан РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Енәйәти эҙләү идаралығына Орск ҡалаһынан билдәһеҙ шәхестәр тарафынан кәрәҙле телефон менән ҡулланып мутлашыу осрағы тураһында хәбәр ителә. Тикшереү барышында автомобиль һатам тип мутлашҡан ҡатындың абонент номерының Тула өлкәһендә эшләгән элемтә операторыныҡы булыуы һәм Мәскәүҙә йәшәгән ҡатынға теркәлеүе асыҡланған.
Ә ҡара эштәрҙә ҡулланылған банк картаһы Өфөлә йәшәгән егеттең исеменә асылған булған. Уға июль башында күршеһе таныш булмаған егет менән килә һәм үҙ исеменә карта астырыуын һорай. Күршеһенең һүҙен тыңлаған егет, паспортының мәғлүмәттәрен биреп, банк картаһы эшләтә.
Был карта мутлашыусылар үткәргән ҡара эштәрҙә әүҙем ҡулланыла, тап уға алданыусылар үҙҙәренең аҡсаһын күсергән. Ә “Лада – Приора” алырға теләүсе ирҙең биш мең һум аҡсаһы Тула ҡалаһында билдәһеҙ кеше тарафынан алынған. Дөйөм әйткәндә, был картаға 270 мең һумға яҡын аҡса күсерелгән һәм ул тиҫтәнән ашыу афераларҙа ҡулланылған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне