16.10.2013 Төнгө урам мажаралары
Был дүшәмбелә, төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Ишембай ҡалаһында йәшәгән ир эштән ҡайтҡан мәлендә, магазинға инә. Һуңынан тышҡа сыҡҡас, уның юлына ике егет сыға. Был осраҡтарҙа булғанса, улар ирҙән тәүҙә тәмәке һорай, аҙаҡтан бер мәртәбә шылтыратайыҡ тип кәрәҙле телефон таптыра.
Ир был талапҡа риза булмай, егеттәр, үҙ сиратында, хәҙер һине туҡмайбыҙ, тип янай. Шул мәлдә ир кеҫәһенән электрошокер сығара, ләкин егеттәр уны тартып ала һәм ҡорбанының башына бер нисә тапҡыр разряд ебәрә. Ул бындай язанан телефонын биреп кенә ҡотола.
Таланған һәм туҡмалған ир патруль-пост хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Егеттәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре күрше йорт ихатаһында ҡулға ала. Улар талап алынған телефон менән уйнап, һыра эсеп ултырған була.
Енәйәтселәрҙең берәүһенә - 16 йәш, икенсеһенә – 18 йәш.