09.10.2013 Һаҡ булығыҙ – аферист!
Бөрө ҡалаһында йәшәгән 20 йәшлек ҡыҙ интернет селтәренә үҙенең автомобилен һатыу тураһында иғлан ҡуйған. Күп тә үтмәй, һатып алыусылар шылтыратҡан һәм осрашып, машинаның торошон, юлда нисек йөрөй икәнен тикшереп ҡарайыҡ, тигән.
Ҡыҙ тәғәйен ваҡытта осрашыу урынына – Чкалов урамына килеп еткән. Ләкин унда һатып алыусылар булмаған, улар телефон шылтыратыуға ла яуап бирмәгән. Водитель ҡыҙ күңелһеҙләнеп ҡайтырға уйлағанда, уға һатып алыусы шылтырата. Ул үҙ йомошо буйынса китеүен һәм тиҙҙән килеп етәсәген әйткән. Бер үк мәлдә һатып алыусы ҡыҙға үҙенең йомошон – коньяк һәм шоколад һатып алып тор, аҙаҡтан аҡсаһын ҡайтарырмын, тигән.
Автомобиль хужаһы әйтелгәндәрҙең барыһын да эшләй. Бер аҙҙан һатып алыусы тағы ла шылтырата һәм телефон иҫәбенә 1000 һум аҡса һалыуҙы һорай. Ҡыҙ йәнә лә был йомошто тыңлай.
Ваҡыт үтеү менән автомобилен һатырға теләгән ҡыҙ һатып алыусының килмәйәсәген аңлай. Ул артабан Бөрө ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Әле был мутлашыу осрағы буйынса тикшереү алып барыла.