03.10.2013 Япраҡтарҙы яҡмағыҙ!
Тышта көҙ миҙгеле. Йылдың был ваҡыты ауыл-ҡалаларҙы баҫҡан төтөн менән килеп етте. Кешеләр ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙы үртәй. Санитар-эпидемиология хеҙмәттәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәренең киҫәтеүенә ҡарамайынса япраҡ, кипкән үлән үртәү күп осраҡта ҙур янғындарға әүерелә. Бындай усаҡтар тиҙ тоҡана һәм баҡса биләмәһе, кәртә-ҡура, йортҡа тоҡанырға ла күп һорамай. Шуға күрә лә баҡса сүп-сарын йорт-ҡура тирәһенән 15 метрҙан да яҡыныраҡ яҡмаҫҡа кәңәш ителә. Иң яҡшыһы – ҡойолған япраҡтарҙы компостлау.