02.10.2013 Нижегородкала тәмәке бурҙары тотолған
Ғәҙәттә иртә менән йәшник күтәреп йәки сумка тотоп, ашығып китеп барған кешеләр шик уята. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа шуға күрә лә бындай граждандарҙы туҡтатып, тикшереү үткәрә. Күп осраҡта уларҙың бурҙар йәки талаусылар икәнлеге асыҡлана.
Түбәндәге хәл дә иртәнге сәғәт 7-лә булған. Баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре ике 17 йәшлек үҫмерҙе туҡтата. Улар тәмәке блоктары һалынған сумкалар тотҡан.
Тикшереү барышында үҫмерҙәрҙең яҡындағы киоскыны емереп инеп, унан 25 мең һумлыҡ тәмәкене һәм һағыҙҙы урлап алып сығыуы асыҡлана. Улар урам буйлап йөрөгән саҡта енәйәт ҡыла. Таң менән пакет һәм тоҡ күтәреп барған үҫмерҙәр полиция хеҙмәткәрҙәрендә шигк уята һәм улар ҡулға алына.
Үҫмерҙәрҙең берәүһе - мәктәптә, икенсеһе училищела уҡый. Улар хәҙер “Урлашыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.