01.10.2013 Росреестр хеҙмәттәре – интернет аша
Заман башҡа—заң башҡа тигәндәй, хәҙер хеҙмәттәрҙең күбеһен электрон вариантта алыу мѳмкинлеге бар. Башҡортостан Республикаһы буйынса Берҙәм дәүләт хоҡуҡи реестры идаралығының да (Росреестр) интернет-порталы ошо маҡсатта булдырылды. Адресы - http://rosreestr.ru. Порталды камиллаштырыу, күрһәтелгән хеҙмәттәр даирәһен киңәйтеү буйынса даими эш алып барыла.
Әле компьютер артында ултырып ҡына Берҙәм дәүләт хоҡуҡи реестрынан мәғлүмәт алырға, «Мәғлүмәт ресурстарына һорау» сервисы менән ҡулланырға була. Сервис менән файҙаланыу ѳсѳн махсус асҡыс-паролгә эйә булыу шарт. Уны алыу ѳсѳн Росреестрҙың территориаль органына мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан инде күсмәй торған милек объекттары тураһында мәғлүмәттәр эҙләргә, улар менән танышырға мөмкин. Физик шәхестәр ѳсѳн йѳҙ объект хаҡында мәғлүмәти белешмә алыу - 250 һум, ә бер мең объект 1000 һум тора.
Мѳрәжәғәт итеүсегә Берҙәм дәүләт хоҡуҡи реестрынан дәүләт, урындағы үҙидара, дәүләт бюджет ҡарамағында булмаған фондтарға тапшырыу ѳсѳн күсермә алыу кәрәкмәй. Был хаҡтағы мәғлүмәтте үрҙә һанап үтелгән органдар Росреестрҙан үҙҙәре һорап алырға тейеш.