30.09.2013 “Оло йәштәгеләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө”
Иртәгә – Ололар көнө. Ошо күркәм байрам айҡанлы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Оло йәштәгеләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө”н уҙғара. Акция барышында хаҡлы ялда булыусылар музейҙың һәм филиалдың күргәҙмәләрен бушлай ҡарай аласаҡ. Төп экспозициянан тыш, тамашасыларға республикала радио тапшырыу башланыуға 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә лә тәҡдим ителәсәк.
Төп музей иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй, адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.
БР Милли музейының филиалдары:
1.Аксаковтар ғаиләһе музейы,
2.Дүртөйлө тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы,
3. Октябрьскийҙың А.Шокуров исемендәге йорт-музейы,
4.Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы,
5.Салауат Юлаев музейы,
6.Әбйәлил тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы,
7.Туймазы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы,
8.С. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы,
9.Әхмәтзәки Вәлиди музейы,
10.Учалы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы.