19.09.2013 “Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктер – ғүмер бүләк ит!”
Иртәгә Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр комитеты Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары һәм психологтар менән берлектә “Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктер – ғүмер бүләк ит!” тип аталған үҙенсәлекле акция үткәрә. Был профилактик сара Салауат Юлаев проспектында, 4-се лицей янында сәғәт 12-се яртыла башланасаҡ. Тап ошо урында авариялар йыш була һәм акцияның ошо урында ойошторолоуы бер ҙә осраҡлы түгел.