19.09.2013 Туйып һикереүме был...
Октябрьский ҡалаһында кәрәҙле телефондарҙы алыҫҡа ташлау буйынса ярыш үтте.
Бынан ун йыл элек кәрәҙле элемтә үҫешә башлағас, экраны янып торған, төрлө көйҙәр уйнатҡан телефондарҙы тотоп йөрөү ҙур “текәлек” тип һанала ине. Уларҙың хаҡтары ла бик ҡыйбат булды, һатып алырға һәр кемдең дә кеҫәһе етмәне.
Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән һанлы технологиялар үҫешкәс, телефондарҙың мөмкинлектәре лә артты, хаҡтары ла кәмене. Сит илдә бик популяр булған “спорт” төрө – алыҫлыҡҡа кәрәҙле телефондар ташлауҙы хәҙер беҙҙә лә үткәрәләр. 14 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында паркта телефондар ташлау буйынса асыҡ чемпионат ойошторолдо. 70-кә яҡын “спортсы”ның көс һынашыуын тамаша ҡылырға халыҡ күп йыйылды.
Ҡыҙыу үткән ярыштан һуң “Ирҙәр араһында иҫ алыҫҡа ташлау” номинацияһында 60 метрға яҡын араға һелтәгән Юрий Воробьев билдәләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Регина Полукарова, балаларҙан Кирилл Абрамов иҫ алыҫҡа ташлаусы булды. “Иң оригиналь ташлау” номинацияһын телефонды ҡолаҡ ярҙамында бәргән Алина Валиуллина алды. “Иң йәш ҡатнашыусы” исеменә өс айлыҡ Тимур лайыҡ булды.