16.09.2013 Ҡырау төшөүе ихтимал
Сентябрь ҡояшы көндөҙ иркәләһә лә, һауа торошо һыуыта. Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, иртәгә республиканың ҡайһы бер райондарында һауа температураһы минус ике градусҡа тиклем төшәсәк, ҡырау төшөүе ихтимал.
Был аҙнала алмашыусан көн торошо һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ – 19 - 20 градус, төндә 9 - 10 градус йылы буласаҡ.