09.09.2013 Тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡланасаҡ
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡланып ҡала.
Һауа температураһы республикала 9-12 сентябрҙә төндә – 7-12 градус, көндөҙ 21 градус йылы буласаҡ.
Үткән аҙналағы кеүек үк, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. 11 сентябрҙә Башҡортостандың көньяҡ райондарында көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал.