06.09.2013 Браконьер винтовка менән һунар иткән
Шишәмбенән кесе йомаға ҡараған төндә Учалы районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре браконьерҙы ҡулға алған. Уның автомобилендә тауышты баҫҡыс һәм оптик прицел ҡуйылған винтовка, һырһыҙ көбәкле мылтыҡ һәм атып алынған ике ҡоралай табыла.
Юл-патруль хеҙмәте, Эске эштәр министрлығының БР буйынса Лицензия һәм рөхсәт биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, хайуандарҙы һаҡлау буйынса инспекторҙар Ахун ауылы янында “ВАЗ - 21099” автомобилен туҡтата. Руль артында 1981 йылғы Учалы ҡалаһында йәшәүсе егет була.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар автомобилде тикшерә һәм һунар трофейҙарын таба. 12-се калибрлы һырһыҙ көбәкле мылтыҡтың документтары була. Ә бына тауышты баҫҡыс һәм оптик прицел ҡуйылған винтовка ҡулдан эшләнгән һәм уны ҡулланыу законһыҙ һанала. Әле ул тикшереүгә ебәрелгән.
Браконьер егеткә алты айға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.