06.09.2013 Көпә-көндөҙ урамда автобус янған
Кисә баш ҡаланың Октябрь проспектындағы Спорт туҡталышы янында “ПАЗ-3205» автобусына ут тоҡана һәм ул тулыһынса янып бөтә.
Ваҡиға төшкө сәғәт 2-ләр тирәһендә була. Бәхеткә күрә, салонда кеше булмай. 40 йәшлек водитель тәүҙә моторҙан сыҡҡан төтөндө һиҙеп ҡала. Унан һуң ялҡын күренә.
Водитель утты тәүҙә үҙе һүндерергә маташа, ләкин ул төтөнгә ағыулана, тәне лә бешә. Ул артабан дауаханаға оҙатыла.
Янғын урынына тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр килеп етә. Улар проспектта төньяҡҡа табан хәрәкәтте яба, туҡталыштағы кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға күсерә. Автобустың ҡыйығында газ баллондары урынлаштырылған булған, янғын һүндереүселәр уларҙың шартлауына юл ҡуймай. Ләкин транспортты ут аямаған, ул тулыһынса янып бөткән.