04.09.2013 Америка фильмдарындағы һымаҡ
Дүшәмбенән шишәмбегә ҡараған төндә Салауат ҡалаһында булған ваҡиға үҙенең сюжеты буйынса Америка боевиктарындағы полиция һәм енәйәтселәр араһындағы автомобиль уҙышыуҙарынан һис ҡалышмаҫ, моғайын.
Төнгө 1-се ярты тирәһендә юл-патруль экипажы инспекторҙары фаралары һүнгән килеш барған “ВАЗ - 2109” автомобилен күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡлаусылар водителгә туҡтарға бойора, ләкин ул тағы ла шәберәк ҡыуып, светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп ҡасырға ниәтләй.
Инспекторҙар “Лада”ның артынан баҫтыра башлай. Уларҙан ҡасҡан водитель бер нисә тапҡыр юл ҡағиҙәләрен боҙа, кешеләрҙе тапай яҙа. Бер аҙҙан “ВАЗ - 2109” менән идара итеүсе автомобилен ҡаланан сығыу юлына йүнәлтә. Шуның менән ул эҙәрләүселәрҙән трассала ҡасырға уйлай.
Юл хәрәкәте инспекторҙары водителдең туҡтамаҫын асыҡлағас, машинаның тәгәрмәстәренә ата башлай. Улар һигеҙ мәртәбә ата, пулялар тәгәрмәскә тейә, ләкин “ВАЗ - 2109” водителе туҡтамай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре “туғыҙынсы модел”де урап үтергә маташҡанда, ул эҙәрләүселәрен бәрҙереп, юлдан этеп төшөрөргә уйлай. Ләкин был маневр барып сыҡмай - “Лада” үҙе юлдан төшөп китә.
Руль артында ултырған егет иҫерек булып сыға. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә буйһонмаған өсөн язаға тарттырыласаҡ.