04.09.2013 Яңы скверҙың исеме нисек булыр?
Дүшәмбелә баш ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы һәм 8 Март урамдары киҫелешендәге Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары мемориалы янында сквер асылды.
Йәй башынан бирле бында иҫке тротуар плиткалры һүтеп алынды һәм таш түшәлде, сәскә түтәлдәре төҙөкләндерелде, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, шулай уҡ йүкә, сирень ағастары ултыртылды. Заман модаһына ярашлы, бында бушлай Wi-Fi зона ла ойоштороласаҡ.
Әлегә скверҙың рәсми исеме юҡ, документтарҙа ул «Йәштәр» скверы тип билдәләнә. Исемде һәр теләүсе тәҡдим итә ала, иң уңышлы тип табылғандары тауыш биреү өсөн Өфө хакимиәте сайтында урынлаштырыласаҡ.