30.08.2013 “Өфө әлифбаһы” сыҡты
Бындай ғәҙәти булмаған китап республикала тәүгә нәшер ителде. Унда балаларға һәм ата-әсәләргә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт тупланған: баш ҡаланың урамдар, ҡыҙыҡлы урындар, һәйкәлдәр атамалары, башҡорт шағирҙарының шиғырҙары бирелгән. Китап рус телендә.
Яңы әлифба китап магазиндарында һәм уҡыу әсбаптары һатылған урында 170-180 һумға һатыуға сығасаҡ. Тиражы биш мең дана тәшкил итә.
Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта “Өфө әлифбаһы”н башҡортса сығарыуға әҙерлек эштәре алып барыла.