29.08.2013 Әбейҙе талаусыны күмәкләшеп туҡтатҡандар
Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында 79 йәшлек әбейҙе талайҙар. Ләкин енәйәтсене шунда уҡ битараф булмаған кешеләр туҡтата һәм полицияға тапшыра.
Әбей тышта йөрөп, туғандарына инеп барғанда, уның менән бергә йорт подъезына таныш түгел ир ҙә инә. Ул әбейҙең башына һуға һәм көшөлөгөн алып, урамға йүгерә. Зыян күреүсе аптырап ҡалмай, талаусы артынан ташлана.
Тап ошо мәлдә тышта йөрөгән ике ҡыҙ әбейҙең ирҙе баҫтырыуын күрә һәм ярҙамға ашыға. Уларға шулай уҡ эргәләге балалар баҡсаһының кәртәһен ремонтлаусылар ҙа ҡушыла. Шулай итеп, барыһының да көсө менән талаусы туҡтатыла һәм көшөлөк кире эйәһенә ҡайтарыла.
Енәйәтсегә – 45 йәшлек иргә ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Ә уны баҫтырып тотоусыларға ҡыйыулыҡтары өсөн бүләк тапшырыласаҡ.