29.08.2013 Өфөлә “Диснейленд” төҙөләсәк
Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европала иң ҙур күңел асыу парктарының береһе оҙаҡламай Өфөлә төҙөләсәк. Франциялағы «Диснейленд», Испаниялағы «Port Aventura» һәм Германиялағы «Europa-Park» парктарынан бер ҙә ҡалышмаған комплекс М.Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ.
Проектлаусы – Европаның парктар һәм аттракциондар проектлау буйынса иң ҙур компанияларының береһе (Baustudio Architects Associates) – төбәктең бөтә үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән климатын иҫәпкә алған, шуға күрә комплекстың йыл әйләнәһенә эшләйәсәк япмалы өлөшө лә ҡаралған.
Декабрҙә паркта яңы күҙәтеү тәгәрмәсе эшләй башлаясаҡ. Уның бейеклеге – 48 метр (сағыштырыу өсөн: элеккеһенең бейеклеге 20 метр ине). Мәскәү һәм Сочиҙан һуң, был бейеклеге буйынса Рәсәйҙә өсөнсө күҙәтеү тәгәрмәсе буласаҡ. Шаршамбыла, 28 августа, Өфө мэры Ирек Ялалов уға тәүге нигеҙ ташын һалды.
Парк тематик зоналарға бүленәсәк. Улар йәмғеһе алтау буласаҡ: башҡорт милли, балалар, ғаилә, экстремаль, мажаралар һәм «Донъя халыҡтары архитектураһы» парктары. Һәр береһендә аттракциондар урынлаштырыласаҡ.
Шулай уҡ комплекста ретро-автомобилдәр музейы, балалар автомобиль юлы, уйын майҙансығы, ҡышҡы баҡса, кинотеатр, ресторандар, йәйге верандалар, яһалма күлдәр, боулинг, лабиринттар урынлашасаҡ. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы һыу аттракциондары эшләйәсәк. Паркты 2015 йылдың йәйендә асыу планлаштырыла.