05.08.2013 Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандар
Иглин районы Урман ҡасабаһындағы 2011 йылдағы фажиғәнең шаңдауы һаман да тынмай. Шуға күрә лә ваҡиға урынындағы ауылдарҙа йәшәүселәргә баҡсала эшләгәндә, ҡырҙа йөрөгәндә лә айырыуса һаҡ булырға кәрәк.
Үткән аҙнала ҡасабала йәшәүсе ике үҫмер бәшмәк һәм еләк йыйып йөрөгәндә үлән араһында ғәҙәти булмаған формалағы әйберҙе күреп ҡала.
Бәхеткә күрә, балалар был патронға оҡшаған табылдыҡҡа ҡағылмай һәм, снарядтар шартлаған мәлде иҫләп, полицияға мөрәжәғәт итә. Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә саперҙар отряды йүнәлә. Табылдыҡтың артиллерия снаряды икәнлеге һәм уның шартлата торған өлөшөнөң булмауы асыҡлана.
Әйтергә кәрәк, шул уҡ ҡасабала йәшәүсе ҡатын да ике аҙна элек үҙенең баҡсаһында снаряд табып алған. Уның да шартлатҡысы булмаған.