02.08.2013 Ике ир мотоциклдар урлаған
Баш ҡалала йәшәгән бабай баҡсанан ҡайтып, һарайын асып, унда булған «Чезет-352» һәм «Иж Юпитер-4» мотоциклдарының урланғанын асыҡлай.
Тап ошо мәлдә урамдан ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре китеп барған була. Мотоцикл эйәһе уларҙан ярҙам һораған.
«Тимер аттар»ҙың эшлектән сыҡҡанын белгәс, хоҡуҡ һаҡлаусылар эҙләүҙе яҡын-тирәләге металл ҡабул итеү пункттарын тикшереүҙән башлай. Күп тә үтмәй, мотоциклдар яҡындағы гараждарҙың берәүһендә табылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре металл ҡабул итеүселәрҙән енәйәтселәрҙең билдәләрен алып, бурҙарҙы эҙләп таба.
Өфө һәм Благовещенск ҡалаларында йәшәгән 29 һәм 39 йәшлек ике ир мотоциклдарҙы урлап, металл һынығы итеп тапшырған. Шуныһы ҡыҙыҡ – улар бының менән ни бары 900 һум аҡса эшләгән. Ирҙәргә ҡарата «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.