02.08.2013 Ҡорал менән янап магазин талаған
Өфө ҡалаһы хоҡуҡ һаҡлаусылары аҙыҡ-түлек магазиндарын талау осраҡтарын асыҡлаған һәм енәйәтсене – 30 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
Ул «Ермолинские полуфабрикаты» магазины һатыусыһына пистолет менән янап, кассанан бер мең һум аҡсаны алған. Был енәйәткә тиклем дә ир икенсе магазинда һатыусының муйынына бысаҡ терәп, 22 мең һум аҡсаны талай.
Бәхеткә күрә был ике енәйәт тә видеокамераларға төшөрөлгән. Шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәренә талаусыны асыҡлау ҡыйын булмаған.