08.11.2010 Кешелек тарихын үҙгәртерлек кешеләр
Американың билдәле «Форбс»(«Forbes») журналы планетаның иң «текә», йәғни йоғонтоло кешеләренең исемлеген төҙөгән. Унда барлығы 68 исем-фамилия теркәлгән. Беренсе урында кем тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡытай президенты Ху Цзиньтао. Был 67 йәшлек сәйәсмән бер юлы 1,3 миллиард кешенең йәшәйешен контролләй. Икенсе урында… йәнә лә аптырарлыҡ түгел – АҡШ президенты Барак Обама (һуң рейтингыны бит американдар төҙөгән). Ул ҡеүәтле иҡтисадлы ил етәксеһе лә, иң ҙур, һуғышҡа иң әҙерлекле армияның баш командующийы ла. Өсөнсөлә - Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдулла ибн Әбдел-Ғәзиз. Уның иленең нефть запасы күләме ҡыҙыҡһындыра. Ә бына дүртенсе баҫҡыста беҙҙең премьер-министр Владимир Путин «баҫып тора». Былтыр ул өсөнсөлә ине. Әйткәндәй, Президентыбыҙ Дмитрий Медведев 12-се урында. Рейтингыла Рәсәйҙән өсөнсө кеше лә бар: вице-премьер Игорь Сечинды 52-се урынға «ҡуйғандар». Бына шулай. «Форбс» буйынса нәҡ ошо шәхестәр кешелек тарихын «яҙыуҙа» ҙур роль уйнай.