23.07.2013 Автомобиль ишек-тәҙрәләрен бикләп йөрөгөҙ
Автомобиль ишектәрен, тәҙрәләрен һәр ваҡыт бикләргә кәрәк. Был ябай ҡағиҙәне үтәмәүселәр бурҙарҙың бик еңел ҡорбанына әүерелә. Ҙур ҡалаларҙа светофор утын көтөп, юл киҫелешендә тороусы машиналарҙың ишектәрен асып йәки водителдең иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтеп, сумка, көшөлөк йәки телефон урлаусылар йыш осрай.
Ҡала янындағы баҡсалар янында йәки ауыл урамдарында «тимер ат»тарҙы бикләү бер уйлағанда артыҡ һымаҡ. Тирә-яҡта күршеләр, таныш кешеләр, улар хаслыҡ ҡылмаҫ кеүек. Ләкин, кешеләрҙең төрлөһө осрай. БР буйынса полиция бүлектәрендә ишеге йәки тәҙрәһе асыҡ ҡалдырылған автомобилдәрҙән урлашыу көн дә теркәлә. Яңыраҡ баҡса янында ҡалдырылған машинаның асыҡ тәҙрәһенән документтар һәм эсендә 800 һум аҡсаһы булған көшөлөктө урлағандар. Бынан тыш, телефонға ла айыу майы һөрткәндәр.
Күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн бары тик автомобиль ишектәрен бикләп йөрөргә, тәҙрәләрҙе күтәрергә кәрәк.