15.07.2013 Эскелек арҡаһында автомобиленән ҡолаҡ ҡаға яҙа
Кисен Октябрьский ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә йәш ҡатын мөрәжәғәт итә һәм йорто янынан бер нисә сәғәт элек автомобилен ҡыуып алып китеүҙәрен белдерә. Бурҙарҙың урлашҡан мәлендә ҡатындың ире иҫерек көйөнсә йоҡлап ятҡан.
Ғариза ҡабул ителеү менән полиция постарына ҡыуып алып кителгән «ВАЗ-2115» автомобиле буйынса билдәләр тапшырыла. Ике сәғәттән һуң Татарстан республикаһы сигендә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан автомобиль ҡыуып алып китеүселәр ҡулға алына. «ВАЗ-2115» эсендә булыусы ике ир күрше республикала булған карьерҙарҙа һыу инергә китеп барған.
Шуныһы асыҡлана – 23 йәшлек егет үҙенең дуҫына ҡунаҡҡа килә. Хужа уны эскән көйөнсә ҡаршылай. Йорт хужаһы дуҫы менән бер аҙ һөйләшкәс, йоҡлап китә. Ә ҡунаҡҡа килгән егет, күп уйлап тормай, тумбочкала ятҡан автомобиль асҡыстарын алып, дуҫтарына әйҙә, ял итәйек, тип шылтыратып, автомобиль менән пляжға китә.
Әле автомобиль ҡыуып алып китеү факты буйынса енәйәт эше асылған.